Яңғыраусы şifr*

Яңғыраусы şifr*

Башҡорттар һәм татарҙарға колониаль иҙеү аҫтындағы быуаттар барымында үҙбилдәләнешен һаҡларға музыканың ярҙам итеүе тураһында


*Şifr һүҙен бында «шифр» тип уҡырға (ғәрәпсәнән. صِفْر — ноль)

үҙенең думбыраһын алды ла, мәсет манараһына баҫып, көй уйнай башланы. Ул шундай һағышлы һәм ҡайғылы ине — бөтөн яугирҙәрҙең йөрәгенә үтеп инде; урыҫтар ҙа, татарҙар ҙа, теҙләнеп, илай башланы. Шул ваҡытта батша икенсе төрлө көй уйнай башланы — күңелле көй, һәм яугирҙар бейергә тотондо… Өсөнсөһөн башланы, һәм тағы ла барыһы ла иланы һәм һыҡтаны. Шунда батша лютняһын ярҙы ла ҡайҙалыр осоп китте[1].

Этник музыка белгесе Мәхмүт Ниғмәтйәнов «һирәк сығанаҡтан» [2] яҙып алған был боронғо легендалағы ваҡиғаларҙа ҡамауға алынған Ҡаҙан диуарҙары эргәһендәге яуҙарҙың береһе тасуирлана. Тап Ҡаҙан ханлығының 1552 йылда еңелеүе мәскәүҙәргә Көнбайыш һәм Көнсығыш араһында бәйләнеш булдырыусы йылғаһы буйлап артабанға юл аса. Тарихи шарттар арҡаһында ике география араһында ҡалып, татар һәм башҡорт йыш ҡына «карталағы урын» күҙлегенән һүрәтләнә — башлыса «берләшеү», территориялар «симбиозы», «» өсөн ниндәйҙер ҡорамал булып хеҙмәт итә. Колонизациялаусының ике яҡҡа йүнәлтелгән фокусһыҙ ҡарашы үҙе үк уйлап сығарған урындың сиктәрен билдәләп маташҡан ваҡытта, башҡорттар һәм татарҙарҙың музыкаль мәҙәниәте колониаль иҙеү тәжрибәһен үҙенең эс яҡҡа йүнәлтелгән мөрәжәғәте өсөн ҡуллана. Был мөрәжәғәттә һүҙ шулай уҡ берләшеү тураһында бара, әммә бөтөнләй башҡа маҡсаттар менән. Портатив тауыш көсәйткестең микрофонын ҡулына ҡыҫып тотҡан урта йәштәрҙәге ҡатын, баян аккомпанементына дәртләнеп, һәр һүҙгә баҫым яһап, ижекләп: , тип ҡабатлай. 1992 йылда Татарстандың бойондороҡһоҙлоғона өлгәшеү өсөн ойошторолған митингыларҙың береһенә майҙанда йыйылған татарлар дәррәү ҡушыла: «Азатлык! »

Батша тураһындағы легенданы нисек булһа, ла мәҫәлән, музыканың ниндәйҙер «» тел булыуы тураһындағы европоцентрик ҡараштан сығып та, интерпретацияларға мөмкин. Тик ул барыбер Ҡаҙандың ҡамауҙа ҡалыуы тураһында бәйән итәсәк.

  1. Асия Әхметшина — Татарлар, берләшегез
  2. Хәйҙәр Нәҙершин — Ҡаһым түрә
  3. АИГЕЛ — Пыяла
  4. Отрывок из подкаста «Творческие планы»: АИГЕЛ на татарском — берни дә аңлашылмый, но бик кызык (ничего не понятно, но очень интересно). Обсуждаем его с Айгель Гайсиной
  5. Позывные Башкирского национального радио
  6. Алим Каюмов — Салауат (отредактированный фрагмент)
  7. Венер Мостафин — Салауат
  8. Мәсгудә Шәмсетдинова — Сак-Сок бәете
  9. Сәлимә Ғәрифуллина, Хәйҙәр Нәҙершин — Баяс
  10. Айдар Ниязов, Алина Беляева, Алла Исаргакова, Сергей Костюжов — Аю бәете
  11. Ғәли Хәмзин — Тәфтиләү
  12. Фәриҙә Ҡудашева — Каз канаты
  13. Ләйсан Тимерханова — Оҙатлыу (отрывок из фильма «Бабич» режиссера Булата Юсупова)
  14. УСАЛ — Ит (фрагмент выступления на TatCultFest, Казань, Национальная библиотека Республики Татарстан, 30 августа 2022 года)
  15. УСАЛ — Ит (студийная версия)

«Урал мосолмандарының көй һәм йырҙары»

Иҙел һәм Урал төрки халыҡтарының музыка мәҙәниәтен көнбайыш теория күҙлегенән анализлау тик бер генә осраҡта — һүҙ уларҙың үҫеше тураһында барғанда ғына — «симбиоз» идеяһын ҡулланырға мөмкинлек бирә тиерлек. Татар һәм башҡорттарҙың музыкаль-поэтик традициялары быуаттар буйы дауам иткән мәжүсилек, тәңреселек, ислам менән мәҙәни алмашыу процессында формалашҡан. Быны башҡарыу , музыкаль һәм композиция төҙөү методтарын анализлағанда билдәләү еңел. Был турала, мәҫәлән, татар музыкаһын тикшереүсе Фәриҙә Сәлитова яҙа һәм уға «» биреүсе төп элементтарын билдәләп үтә: һәм . Шул уҡ ваҡытта был ике мәҙәниәт араһында байтаҡ айырмалыҡтар ҙа — мәҫәлән, географик урыны һәм конфессиональ традициялар менән бәйле — бар. Ул ғына түгел, башҡорттар һәм татарҙар, керәшендәр, мишәрҙәр, типтәрҙәр һәм нуғайбәктәр, Ҡаҙан, Әстерхан һәм Себер татарҙары — бөтәһе лә үҙ специфик музыкаль үҙенсәлектәргә эйә. Мәҫәлән, башҡорт мәҙәниәтендә — башҡорттар йәшәгән яҡтарҙа үҫкән шул үҫемлектең көпшәһен киптереп эшләгән музыкаль ҡорал — айырыуса әһәмиәтле роль уйнай.

Шартлы Көнсығыш мәҙәниәттәрен шартлы Көнбайыш күҙлегенән анализлау емештәре тәнҡитле ҡарашҡа мохтаж. Рәсәй империяһы ваҡытында нәшер ителгән этнографик текстарҙың күпселек өлөшөндә ысынбарлыҡҡа тап килмәгән күҙәтеүҙәр һәм һығымталар осрай, улар, хатта авторҙарҙың ҡайһы саҡта үҙҙәренең методологик сикләнеүҙәрен билдәләп үтеүенә ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә лә деколониаль тәнҡитһеҙ цитаталаныуҙарын дауам итә.

«Сит халыҡтарҙың көйҙәренең тоналлеген билдәләү — ҡатмарлы һәм әлегә асыҡланып еткерелмәгән һорау, һәм, нисек кенә булмаһын, Көнбайыш Европа музыкаль теорияһы алымдарын ҡулланып башҡарыла алмай» [6], — тип үҙ методының сикле булыуын таный «башҡорт музыкаль этнографияһының нигеҙ һалыусыһы» [7], урыҫ күскенселәренең тоҡомо Сергей Рыбаков. 1867 йылда Һамар ҡалаһында статский советник (шул уҡ ваҡытта дини тәғлимәт кандидаты) ғаиләһендә тыуып, Санкт-Петербургта лайыҡлы белем ала: тәүҙә тарих-филология факультетын тамамлай, һуңынан консерваторияла композиция теорияһы курсын тамамлай. 24 йәшендә, инде Император Рус географик йәмғиәте ағзаһы булараҡ, Рыбаков урындағы документациялау маҡсаты менән тәүге этнографик экспедияһына — Көньяҡ Уралға юл ала. 1897 йылда, йыйылған материал нигеҙендә бер-нисә мәҡәлә баҫып сығарғандан һуң, ул, ниһайәт, үҙенең magnum opus — «Урал мосолмандары көй һәм йырҙары, көнкүрештәре тураһындағы күҙәтеүҙәр менән» китабын сығарыуға өлгәшә, был хеҙмәт, үҙ сиратында, Рыбаковҡа Иҙел һәм Урал халыҡтарының музыкаль мәҙәниәте буйынса төп белгес данын ҡаҙандыра.

Ул ваҡыттағы Рәсәй этнографик тикшеренеүҙәр өсөн традицион булған үҙенсәлектәргә — цивилизатор , эссенциалистик һәм «примитив халыҡтарҙың» көнкүрешенә ҡарата ҡайһы ваҡытта йәшерергә лә тырышмаған [11] — ҡарамаҫтан был хеҙмәт, нисек кенә ҡапма-ҡаршылыҡлы яңғырамаһа ла, ысынбарлыҡҡа тап килмәгән байтаҡ мәғлүмәттәре, яңылышыуҙары һәм хаталары менән ҡыҙыҡлы. Был яңылышлыҡтарҙың логикаһын башҡорт прозаигы һәм фольклорисы Ғәзим Шафиҡов, Рыбаковтың «Ҡаһым түрә» йыры геройы тураһындағы яҙмаһын цитаталағанда, һүрәтләп үтә: «Ҡаһым түрә башҡорт ғәскәренең полк командиры була, эшмәкәрлегенең башынан уҡ эшлеклелеге һәм оһоллоғо менән айырылып тора; уны, көнләшеп, сулема менән ағыулайҙар» [12]. Шафиҡов Ҡаһым түрәнең һәләк булыуы тарихының урыҫ этнографы яҙып алғандыҡынан айырылып тороуына иғтибар итә: «Ул махсус рәүештә Владимир ҡалаһында, ҡайтып барған ваҡытында, ағыуландырыла. Йәш башҡорт хәрби башлығын батша сатраптары ағыулай, сөнки еңеүселәр ғәскәренең, ҡайтып, урыҫ хакимлығына ҡаршы ихтилал күтәреүенән ҡурҡҡандар» [13].

Рыбаковтың ни өсөн ул тиклем күп хата ебәргәнлегенең сәбәбе аныҡ билдәле түгел. Уның хеҙмәттәрен тикшергәндә әллә күпме фараздар хасил була: «этник мәҙәниәтте тикшереү — оҙайлы һәм бик нәзәкәтле, үҙенсәлекле тикшеренеү алымдарын талап иткән процесс» [14] тигән дипломатик иҫкәрмәләрҙән башлап, урыҫ тикшеренеүсеһе үҙе өйрәнгән халыҡтарҙың «телен дә, көнкүрешен дә, йолаларын да белмәй» [15] тигән ҡәтғирәк һығымталарға тиклем. Ҡайһы бер иземдәрҙе монография тексының үҙендә лә табырға була: «Башҡорттар бик ҡырыҫ булып сыҡты һәм ышанмаусан ҡараш менән беҙгә өндәшмәй текләп торҙо; өйөгөҙҙә туҡтарға буламы, тигән үтенесте ҡабатлағандан һуң хужа кеше, һөмһөрө ҡойолоп, баш тартты; шул уҡ хәл икенсе йорт эргәһендә ҡабатланды»[16].

Быны әйтеп биреүе мөмкин түгел

Иҙел һәм Урал төрки халыҡтарының «урыҫ донъяһы» килеүен ҡунаҡсыллыҡ һәм асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыуы икеле; XVI быуат урталарынан уларҙың мәҙәниәттәренең юҡҡа сығыуы башлана. Региондың мөһим географик нөктәләрендә йәшәргә тыйыу, күтәреп булмаҫлыҡ һалымдар, мәҙрәсә һәм мәсеттәрҙе ябыу, мосолман дине әһелдәрен кәмһетеү һәм милләттең юғары дәрәжәле шәхестәрен язалап үлтереү, ҡәлғәләр һәм острогтар төҙөү, көсләп урыҫлаштырыу, христианлаштырыу һәм ерҙәрҙе тартып алыу — был ҡарарҙар ҡанлы ихтилалдар һәм күтәрелештәр . Бығаса күрелмәгән ҡанһыҙлыҡ шундай уҡ аяуһыҙ цензура булдыра. «...Батшаның каратель органдары, үлем менән янап, хатта уның исемен дә әйтмәҫкә ҡушҡандар» [17], — тип яҙа Ғәзим Шафиҡов башҡорттарҙың милли геройы, революционер, шағир Салауат Юлаев тураһында.

Әммә ауыҙ-тел ижады аша таратылған тарих империяның репрессив аппаратынан ситтә ҡала. Шулай итеп, XVII–XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдары тураһында хәтер һаҡлар өсөн, урындағы йыр һәм поэмалар ижад итә, уларҙа тарихи ваҡиғалар һәм халыҡ геройҙары — Салауат ҡына түгел, Батырша, Ҡараһаҡал, Буранбай һәм башҡалар данлана. Үҙ сиратында, батша хакимиәтенең татар китаптары, гәзит сығарыу һәм татар мәктәптәрен асыуҙы тыйыуына ҡарамаҫтан, XIX быуат аҙағы — XX быуат башы татарҙарҙың музыкаль-шиғри мәҙәниәтенең үҫеше дәүеренә әйләнә [18]. Шағир Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарына нигеҙләнеп, татарҙар 1905–1907 йылдарҙағы революция ваҡытында популяр йырҙар ижад итә: , , , «Мосолман „Марсельезаһы“». Шулай итеп, фекер белдереү мөмкин булмаған ситуация колониаль травманы сығара торған яңы ҡорамалдар килеп сығыу өсөн нигеҙгә әйләнә.

Әлбиттә, Мәскәүҙең Татарстанға һәм Башҡортостанға булған бөгөнгө мөнәсәбәтен татарлар һәм башҡорттарҙың XVI–XIX быуаттарҙа кисергән золом менән сағыштырып булмай. Әммә Кремлгә үткән замандарҙа ҡулланылған алымдарҙы һаҡларға һәм бер аҙ үҙгәртеп яңынан ҡулланырға — мәҫәлән, репрессив тел сәйәсәтендә — был һис ҡамасаулыҡ итмәй. Мәктәптәрҙә туған телде мотлаҡ өйрәнеүҙе алып ташлау һәм башҡа колониаль инструменттарға ҡаршы тороуҙа туған телде ҡулланыу үҙе үк үҙбилдәләнеш өсөн көрәштең мөһим символы булып тора. Быны Татарстандың бөгөнгө замандағы музыкаль сәхнәһенән дә күреп була: урыҫ һәм инглиз теле бында әле лә ҙур өлөш алып тора, әммә, мәҫәлән, 2010 йылдарҙың башындағы кеүек ҡамап алмаған. Әлбиттә, татар телендә яҙылған бөтөн текстар ҙа асыҡ протест йәиһә туған мәҙәниәтте данлау түгел — шулай ҙа был йәнле, функциональ, Татарстан Республикаһында йәшәүселәр тормошоноң бөтөн сфераларында ла теге йәки был кимәлдә йәшәп килгән тел. Әммә татар теленең йәмәғәт өлкәһендә репрезентацияланыуы татар телле йәмғиәт тарафынан телде һаҡлауға өлөш индерергә теләк кеүек ҡабул ителә.

2020 йылда АИГЕЛ дуэтының тулыһынса татар телендә ижад ителгән альбомын был йәмғиәттең билдәле бер өлөшө шулай ҡабул итте. Дуэт солисы Айгөл Ғайсина төрлө интервьюларҙа альбомдың бындай сәйәси әһәмиәте алдан уйланылмағанлығы тураһында әйтһә лә, тел уны үҙенән үҙә сәйәси өлкәгә әйләндерә. Был метрополияның музыкаль прессаһының иғтибарынан ситтә ҡалмай; махсус рәүештә иерархияны билдәләп, дистанция тыуҙырғандай, мәскәү хәбәрселәре үҙҙәренең тасуирламаларында штамптар ҡуллана: «Бындай сүрәттә дуэттың йырҙары абстрактлыраҡ яңғырай һәм тылсымлы арбауҙар йәки боронғо ритуалдар менән ассоциациялар тыуҙырыуы мөмкин» [19]. Туған телдең сәйәси потенциалы һуңыраҡ музыканттың һөйләгәнендә лә өҫкә ҡалҡып сыға. Интервьюларының береһендә ул татар теле менән үҙенсәлекле мөнәсәбәттә булыуы тураһында әйтә: тел уға «нәҫеле» менән бәйләнеш булдырырға булышлыҡ итә һәм эстәгеһен асып биреү өсөн ҙурыраҡ мөмкинлектәр булдыра.

Быны мин татар телендә әйтә алған һымаҡ хисле итеп әйтеү мөмкин түгел. Ә минең тап шулай әйткем килде. Урыҫса яҙыу манерам миңә бер аҙ ситтән ҡарап яҙған һымаҡ, мин ҡайһы бер әйберҙәрҙе эшләргә ҡыймайым. Һәм татар теле эсендә үҙемде өйөмдәге һымаҡ тойғаныма үҙем дә аптыраным. Ә мин бит татар телен көндәлек ҡулланмайым да. Һәм үҙ өйөмдә мин ниндәй булырға теләйем, шундай була алам.<...> Татар телендә аралашҡанда, эсемдә минең ата-бабаларым ҡыбырлап киткән кеүек. Улар миңә ҡул болғай һәм миңә: «Сәләм! Беҙ һинең менән, беҙ һине ҡурсалайбыҙ, беҙ — һинең нәҫелең», ти. Ниндәйҙер шундай тойғо бар миндә [20].

Колонизаторҙың тәкәбберлеге теләгәнен ысынбарлыҡ итеп күрһәтергә тырышыуҙа ғына беленеп ҡалмай, статус-кво һаҡларға, булған тәртипте билдәләргә һәм легитимларға ярҙам итә. «Ул ҡырағайҙарға төрлө тауыштар менән уйнау ҡайҙа инде»[21], — ти Рыбаковтарҙың әңгәмәселәрҙең береһе, башҡорт ерҙәрендә йәшәүсе урыҫ төпләнсеһе, башҡорт музыкаль традицияһының бер тауышлы ғына булыуы тураһында һүҙ йөрөткәндә. Колонизаторҙың тәкәбберлеге уға ялған контроль һәм юғарылыҡ тойғоһо бирә. Пентатониканы европа ноталарына һалыу ҡыйын, шулай ҙа мөмкин. «Тылсымлы арбауҙар» ҙы тәшкил иткән һүҙҙәрҙе — яҙып алып тәржемә итергә була. Инструменттарына һәм технологияларына тулыһынса таянып, колонизатор ишетергә өйрәнә, әммә тыңлау һәләтен юғалта.

Şifr һәм şafira

Тауыш асылының физик һәм социаль-мәҙәни феномен булыуы тураһында һүҙ йөрөткәндә, хәзерге заман академик тикшеренеүселәре уның тәбиғәтен «» һәм «» ға бүлә. «Ишетелеүсе» традицион рәүештә кеше тәжрибәһе эсендә ята (мәҫәлән, ). Кеше тауышты ишетмәһә лә, ул тәбиғи күренеш булыуынан туҡтамай, «яңғырауын» кисектермәй. «Материалләштерелгәнгә йәки сигналға әйләнгәнгә тиклем яңғыраусы, тауыш, бар булыр өсөн, эҙ ҡалдырырға тейеш, — ти француз тауыш тикшереүсеһе Франсуа Бонне. — Эҙ — мотлаҡ материаль, физик йөрөткөс түгел; ул ошондай ниндәй ҙә булһа сикләүгә ҡарашты төҫмөрләй» [22]. Тауышты метафора булараҡ ҡулланыу, тыңлау тәжрибәһенән тыш тауыш тураһында уйланыу — физик түгел, социаль-мәҙәни күренеш. Тауыш тураһындағы уйҙар гелән контекст эсенә нығынған, ә ҡайһы берҙә — дөйөм тарихи хәтерҙә лә.

Беҙ автомобилде ҡуйыу өсөн «аҡыллы» система ҡулланғанда йәки организмдың ультратауыш тикшеренеүен үткәргәндә ул тауышты ишетмәйбеҙ, әммә уның барлығын беләбеҙ. Пауль Целан Холокост тураһындағы шиғырҙарын уҡығанда беҙ уның ауыр, һыҡы паузалар яһаған сағында тауышты ишетмәйбеҙ, әммә был өңрәйеп торған бушлыҡтың яңғырауыҡлы тынлығын тоймау мөмкин түгел. Был тынлыҡта яңғыраған нәмәне «әйтеп булмаҫлыҡ», үлсәп, һанап, нота яҙмаһы йәки тауыш яҙҙырыу техникаһы ярҙамында теркәп булмай. Уның физик һыны юҡ һәм ул үҙләштереүгә һәм ялмарға тырышыуға ҡаршылаша — сөнки ул бер кемдеке лә түгел. Был физик һыны булмаған һәм тиҫкәреһе әйләндереп сығарылған бушлыҡтың мәғәнәһе һис кенә лә төрлөсә интерпретациялап булған абстракт идея түгел, киреһенсә — аныҡ һәм аңлашылып торған, бушлыҡ аша шифрланған, «бушатылған» хәбәр, . Яңғырап торған юҡлыҡ, ноль, şifr үҙенең материалһеҙлегендә яңғырауынан туҡтамай һәм үҙен ҡамап алырға маташыуҙарға ҡаршылаша — устарығыҙ менән бушлыҡты тотоп ҡарағыҙ әле. Яңғыраусы şifrҙы ишетеп була, тик бының өсөн тәүҙә тыңлап өйрәнергә кәрәк.

Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш

Түбәнге октаваның ля нотаһы — ике тапҡыр, шунан ре, до, түбәнге октаваның сиһы, яңынан до, ре, ми, до, түбәнге октавалағы ля һәм ми — Башҡорт милли радиоһының саҡырыу тауыштары Салауат Юлаев тураһындағы ҡыҫҡа көйҙөң тәүге мелодик фразаһын тулыһынса ҡабатлай. Нота грамотаһы менән таныш бәғзе берәү был ябай көйҙө еңел генә уйнап бирә ала. Башҡортостандың музыкаль мәҙәниәте менән яҡшыраҡ таныш икенсеһе был популяр көйҙө һәм уның менән бәйле героик контексты — Рәсәй империяһы ҡаршы көрәштә Емельян Пугачевҡа ҡушылып, һуңыраҡ ҡулға алынып, ғүмерен каторгала үткәргән егет тарихын — таныясаҡ.

Этнограф Рыбаков, «Урал мосолмандарының көйҙәре һәм йырҙары, көнкүрештәре тураһында күҙәтеүҙәр менән» китабында «Салауат» ҡыҫҡа көйөнөң текстын һәм нота яҙмаһын килтергәндә уның тик тәүге дүрт юллығын ғына яҙа, Салауатҡа тура һылтанманан баш тарта: «Башҡортостанға ҡағылған тарихи мәғлүмәттәргә ҡараһаҡ, башҡорттар дәррәү ҡатнашҡан Пугачев дәүерендә ниндәйҙер Салауат ҙур роль уйнаған. Был йырҙың тап ошо геройҙы күҙҙә тотоуы ихтимал» [23]. Совет музыка белгесе Л.Н.Лебединский фекеренсә, был «цензура иғтибарын йәлеп итмәү өсөн» [24] махсус яһалған аҙым. Беҙ иһә Рыбаковтың тикшеренеү алымдарын уның замандаштарының методтары менән сағыштырыу ярҙамында тикшереүебеҙҙе дауам итәйек, мәҫәлән, Филипп Нефедовтыҡы менән.

Рыбаковтан айырмалы рәүештә Нефедов, этнограф ҡына түгел, революционер-народоволец та булараҡ, башҡорттарға ҡарата яҡшы мөғәмәләлә була һәм, кәмендә, цензура иғтибарын йәлеп итеүҙән ҡурҡмай. Формаль рәүештә ул да императорҙа . Бәлки, тап яҡшы мөғәмәләлә булыу, солидарлашыу, тыңларға теләк һәм һәләт уға ошо «әйтеп булмаҫлыҡ» ты тойорға һәм «Салауат» тың ун нотаһында башҡорттар өсөн күпкә күберәк нәмә һаҡланғанын аңларға мөмкинлек бирә.

Егеттең ни тиклем дәрт, дарман менән йырағанын әйтеп биреп булмай. Йыр уның тотош булмышын ялмап алды һәм ҡайҙалыр алыҫтарға алып китте, ул үҙен дә, барлыҡ донъяны ла онотто. Был йырҙың көйө үҙенсәлекле һәм ҡырағай, унда еңеп булмаҫлыҡ энергия һәм ҡыйыулыҡ менән һуғарылған азатлыҡҡа ынтылыш та, халыҡ башлығының өндәү ораны ла ишетелә ине… Миңә һанап бөткөһөҙ ат тояҡтарының тыпырлауы ишетелде, гүйә, меңәрләгән дәһшәтле һыбайлы ҡаршыма килә, һәм тау үҙәндәре буйлап, бер яғынан икенсе яғына дәһшәтле хор яңғырағандай булды: «Салауат килә! Әйҙә!» [25].

Был ҡыҫҡа көйҙөң фольклорсы Фәнүзә Нәҙершина яҙып алған иң тәүге һәм, бәлки, иң «аутентик» весрияһында Салауаттың милләте (Пугачевтыҡы телгә алынмаған һымаҡ уҡ) бөтөнләй телгә алынмай. Шул уҡ ваҡытта был йырҙың һуңғыраҡ версияларының яҙмаларының да цензураға дусар ителеүе бик тә ихтимал. Шулай, заманында сығарылған һәм бер-нисә төп һүҙе менән бер береһенән айырылған бер иш тиерлек вариация бар: береһендә Салауат менән Бүгәсәү «Әрәсәйҙең данлы егете» булараҡ телгә алына, икенсеһендә — «Үҙ иленең тоғро егете». «Халыҡтар дуҫлығы» декорацияһы төҙөп, совет власы, бер яҡтан, «милли һәм социаль золомға ҡаршы халыҡ массаһы көрәше» [26] образын актив файҙалана, икенсе яҡтан — уларҙың милли үҙаңы үҫмәһен өсөн мөмкин булған алымдарҙы файҙалана. Салауат Юлаев тураһындағы сит ил тикшеренеү хеҙмәттәренең руссаға ла, башҡортсаға ла тәржемә ителмәүенә зарланып, Ғәзим Шафиҡов киләһе һығымтаға килә: «Совет большевиктар империяһына бындай тикшеренеүҙәр кәрәкмәгән. Тоталитар дәүләттең юғары держава милли сәйәсәте етмеш йыл буйына бәләкәй халыҡтарҙың үҙенсәлекле тарихын нулгә тиклем төшөргән, бигерәк тә теҙләнеп, баштарын эйеп йәшәргә теләмәгәндәренекен» [27].

Кабер ташлары миңа нидер сөйли

Ҡәбер таштары миңә ниҙер һөйләй (тат.)

«Рәсми» тарих өйрәнеү фәне булмағанлыҡтан, ауыҙ-тел шиғри жанрҙары тарих теркәүҙең мөһим инструментына әйләнә: маҡтау/мактоо, йыр/җыр, әйтеш/айтыс һәм башҡа бихисап төрҙәр. Шиғри жанрҙарҙың ҡайһы берҙәре яҙма рәүештә ижад ителгән, әммә ауыҙ-тел аша таралған, ғәҙәттә, көйлө формала. Шул мөһим жанрҙарының береһе — бәйет/бәет — формаһы махсус рәүештә ябайлаштырылған йыр-поэма. Бәйеттәрҙең килеп сығыу ваҡытын XIV–XVI тип иҫәпләйҙәр, шул уҡ ваҡытта уларҙың ҡайһы берҙәре уға тиклем бер-нисә быуат элгәре сығарылған легендаларға нигеҙләнеүе ихтимал. Шулай, «Саҡ-Суҡ» тигән популяр бәйет, версияларҙың береһенә ярашлы, ҡояшҡа һәм айға табыныусылар араһында килеп сыҡҡан дини бәхәс тураһында бәйән итә. Башҡорттарҙа, бәйеттән тыш, оҡшаш функцияны — йыш ҡына думбыра аккомпанементына башҡарылған лирик йәки героик эпос — үтәй.

Бәйеттәр һәм ҡобайырҙар быуындар хәтерен тоташтырыусы агент булараҡ төп роль үтәй. Уларҙың текстары тере булған ваҡытта улар бәйән иткән ҙа йәшәй — иң фажиғәлеләре лә. Мәҫәлән, «» бәйете 1897 йылғы халыҡ иҫәбе алыу тураһында бәйән итә, уға, сираттағы тапҡыр суҡындырып маташыуҙан ҡотолорға тырышып, ике йөҙҙән артыҡ татар ауылы халҡы ҡаршы сыға [30]. Күтәрелеште баҫыр өсөн Рәсәй императоры ауылдарға халыҡта «обжор-команда» тип аталған каратель отрядтары ебәрә, улар, үҙ сиратында, крәҫтиәндәрҙе ҡамсылау, ҡатындарҙы көсләү һәм мародерлыҡ менән шөғөлләнә.

Халыҡ фажиғәләрен тасуирлаған, структура яғынан күпкә ҡатмарлыраҡ музыкаль жанрҙар бар. Мәҫәлән, айырыуса башҡарыу оҫталығы талап иткән талғын, һуҙып йырланылған . Ошо жанрға 1736 йылдың 24 ғинуарындағы ваҡиғаларға башғышланған, ҡарғыш йыры ҡарай — ул ваҡытта Рәсәй армияһы полковнигы Алексей Тевкелевтың фарманы буйынса башҡорт ауылы Һөйәнтөҙҙә меңдән ашыу кеше атып, штык менән ҡаҙап, яндырып үлтерелә. Бөгөнгө көндә ауыл урынында геноцид ҡорбандарына һәйкәл ҡуйылған, һәм унда йыр юлдары килтерелгән: «Ҡара ла ғына урман ҡая бите, шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта. Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш, ейәндәрем уҡыр бер саҡта».

«Тәфтиләү» ҡарғыш йырының иң ҡыҙыҡлы интерпретацияларының береһен урыҫ этнографы Рыбаков килтерә. Ул «тәфтил йыры» ның [31] көйөн татарҙар ҙа, башҡорттар ҙа бер тигеҙ ярата, һәм ул киң таралған, ти: «бөтәһе лә йырлай белә». Артабан ул йырҙың урындағы халыҡтан яҙып алынған килеп сығыу версияһын килтерә: башҡорттар «белдереүенсә» [32], йырҙың авторлығы Өфө муллаһы Тевкелевтың ҡыҙыныҡы, ул үҙенең бәхетһеҙ мөхәббәтенә бағышлап яҙған; татарҙар «аңлатыуынса» [33], был йыр Өфө муллаһы Ҡотлоҡай Тевкелевтың ике туған һеңлеһенә өйләнгән ҡустыһының туйында сығарылған. Рыбаков «Тәфтиләүҙең» ике куплеттан ғына торған тексын килтерә:

Һин һандуғас булһаң, мин ҡарлуғас,
Һайрашырбыҙ әле аҙ булғас,
Кем ғүмере менән кем йөрөһөн,
Үҙе үҙе ғүмере аҙ булғас?

Ағиҙел һине кискәндә,
Беләгем талды минең ишкәндә,
Аҡылым бөтөп, һушым китте,
Үткән ғүмерем иҫкә төшкәндә

Şafira — бушлыҡҡа әйләндереп шифрлау — менән шөғөлләнеп, башҡорттар һәм татарлар берҙәмләшеүҙең төрлө төрҙәре менән эксперимент яһай. Иҙеүҙең бихисап төрҙәренә ҡаршы тороп, улар колонизациялаусы — тыштан күҙәтеүсе өсөн аңлайышһыҙ мәҙәни кодты яңынан тыуҙыра.

Татар моңо — şafira барышында тыуған яңғыраусы иң сағыу миҫалдарҙың береһе — тап шулай эш итә. Фәйләсүф Альфред Бостанов моңдо татар мәҙәниәтенең нигеҙ һалыусы концепттары араһында билдәләй, шул уҡ ваҡытта был һүҙҙең теүәл мәғәнәһен рус телендә биреп булмауына иғтибар итә. Моңдоң популяр аңлатмаһы — үткәндәрҙе һағыныу, юҡһыныу, «халыҡтың юғалтылған бөйөклөгөн, дәүләтселеген тураһында ҡайғырыу» [35]. Моңдоң архетипик булыуы һәм тарихта ерһенеүенә ҡарамаҫтан, ул тере һәм актуаль форма, уға бөгөн дә мөрәжәғәт итәләр, мәҫәлән, сайтында йырҙар тураһында фекер алышҡанда иң «әһәмиәтле» һәм «тетрәндергес» йырҙар булып тап моңло йырҙар һанала.

Моңло йырҙың классик миҫалы — һуҙып башҡарылған көйләүе булған оҙон көй жанры; хәйер, ҡайһы бер эксперттар моңдо айырым жанр тип билдәләй. «Милләт, тел, Ислам: Татарстан бойондороғо өсөн хәрәкәт» китабында американ антропологы Хелен Фаллер моңға айырым бүлек [36] бағышлай. Был бүлектә бер төркөм татар телле әһелдәрҙең Иҙел йылғаһы буйлап паромда сәйәхәт итеүе тураһында ла бәйән ителә, был паромда башҡорт һәм татар йырсыһы Фәриҙә Ҡудашева сығыш яһай. Фаллер пассажирҙарға тирә-яҡтағы башҡа кешеләрҙең татар телен аңлау-аңламауы тураһында уйланыуҙың бөтөнләй кәрәк булмауы тураһында яҙа. Уларҙың барыһын да ишетеп булмаған, әммә яңғырап торған моң берләштерә.

***

Яңғыраусы şifr — бәйет, ҡобайыр, моң — тик контексҡа һаҡсыл ҡараған һәм иғтибар менән тыңлай белгән фекерҙәштәргә генә асыла. Тик колонизациялаусы — фекерҙәш түгел, һәм уның тыңлағыһы килмәй. Ул ят тәжрибәне ҡабул итмәй, әммә уны үҙ төшөнсәләре күҙлегенән сығып интерпретациялай. Уны һөҙөмтә ҡыҙыҡһындыра: ҡулдан нотаға яҙып алыу булһынмы, тиражлап таратып булған аудиофайл, автоматик тәржемә итеп булған текст булһынмы. Уның көсө шунда, был уға үҙенең статусын һыҙыҡ өҫтөнә алырға, тағы бер тапҡыр иерархия булдырырға ярҙам итә. Һәм уның көсһөҙлөгө лә шунда: ул буйһондоролған «субъект» тарҙың көсөнә, уларҙың берләшеү һәм берҙәмләшеү ҡеүәтенә ышанмай.

Турараҡ әйтелгән фекер менән берләшкән осраҡта яңғыраусы şifr үҙенең йәшерен сәйәси потенциалын аса. псевдонимы аҫтында киңерәк билдәле Ҡаҙан рэп-сәсәне Нәзим Исмәғилевтың «» трегының минусына ипле генә рәүештә тигән керәшен халыҡ йырының семплы индерелгән. Был семпл индерелгән трек башҡарыусының Ҡаҙан кремле сәхнәһендәге йәнле сығышы ваҡытында бөтөнләй башҡаса яңғырай: 

«» Бында тел үҙе сәйәси урын булдыра; «Ит» йырын башлар алдынан Нәзим ғәҙәттәге мантраһын башлай: «Азатка — Азат! — азатлык!»

Йыйылышҡан халыҡ ҡушыла: «Азатлык! Азатлык!»

Сығанаҡтар

  1. Нигмедзянов М. Н. буйынса цитата. Татарские народные песни. Ҡаҙан: Татар китап нәшриәте, 1984. 26-сы бит.
  2. Салитова Ф. Ш. История татарской музыкальной педагогики: становление и развитие традиционных форм музыкальной педагогической культуры татарского народа от истоков до начала ХХ века. Ҡаҙан: Татар дәүләт гуманитар-педагогик университеты нәшриәте, 2008. 79-сы бит.
  3. Шопенгауэр А. О сущности музыки. Выдержки из соч. Шопенгауэра под ред. Историко-эстет. секции и со вступ. статьей К. Эйгес. Петроград: Дәүләт музыкаль нәшриәте, 1919. 33-сө бит.
  4. Рахимов В. Г. Башкирская народная инструментальная культура: этноорганологическое исследование: дис. докт. искусств: 17.00.02. М. И. Глинка ис. Магн. дәүләт консерваторияһы, Магнитогорск, 2006. 35-се бит.
  5. № 2 ҡарағыҙ. 10-сы бит.
  6. Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта. СПб.: Тип. Имп. Академии наук, 1897. Инеш һүҙе: VII–VIII.
  7. Сагадеева Р. Г., Рахимов Р. Г. С. Г. Рыбаков — основоположник башкирской музыкальной этнографии (к 150-летию со дня рождения). Тамбов: Грамота, 2018. № 6 (92).
  8. № 6 ҡарағыҙ. Инеш һүҙе: I.
  9. Шунда уҡ. 122-се бит.
  10. Шунда уҡ. 254-се бит.
  11. Шунда уҡ. 4-се бит.
  12. Шунда уҡ.131-се бит.
  13. Шафиҡов Ғ. Ғ. Крючья под ребро. Өфө: Китап, 1993. 149-сы бит.
  14. № 7 ҡарағыҙ. 142-се бит.
  15. Ахмаров Г. Н. Тептяри и их происхождение // Известия Общества археологии, истории и этнографии при Императорском Казанском университете. Ҡаҙан, 1908. XXIII том. 5 сығарылыш. 341-се бит.
  16. № 6 ҡарағыҙ. 254-се бит.
  17. № 13 ҡарағыҙ. 111-се бит.
  18. Muftakhutdinova D., Khurmatullina R. The Historical Memory of The Tatar People in The Works of Musical Culture // Procedia — Social and Behavioral Sciences 177, 2015.
  19. The Flow: «Пыяла» — это новый альбом Аигел полностью на татарском языке.
  20. Подкаст «Творческие планы»: Альбом «АИГЕЛ» на татарском — берни дә аңлашылмый, но бик кызык (ничего не понятно, но очень интересно). Обсуждаем его с Айгель Гайсиной.
  21. № 6 ҡарағыҙ. 244-себит.
  22. Bonnet F. J. The Order of Sounds: A Sonorous Archipelago. Urbanomic / MIT Press, 2016. P. 7.
  23. № 6 ҡарағыҙ. 116-сы бит.
  24. Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши (икенсе, төҙәтелгән һәм өҫтәмәләр индерелгән, нәшер). М.: Музыка, 1965. 27-се бит.
  25. № 24 буйынса цитата. 27-се бит.
  26. Сираев З. И. О характере башкирских восстаний XVII — первой половины XVIII вв. // Научная сессия по вопросам истории Башкирии. Уфа, 1961. 17–18-се биттәр.
  27. № 13 ҡарағыҙ. 112-се бит.
  28. Бухарова Г. Х. О происхождении термина кубаир // Башкирский народный эпос «Урал батыр» и духовное наследие народов мира: материалы Международной научно-практической конференции, посвященной 80-летию со дня рождения выдающегося ученого-фольклориста, доктора филологических наук, профессора А. М. Сулейманова (24 мая 2019 года). 1-се өлөш. Өфө: БДПУ нәшриәте, 2019. 98 бит.
  29. Әхмәтова-Урманче Ф. Татар эпосы: бәетләр. Ҡаҙан: ТР ФА «Фән» нәшр, 2005. 473-сө бит.
  30. Загидуллин И. К. Перепись 1897 года и татары Казанской губернии. Ҡаҙан: Татар китап нәшриәте, 2000. 223-сө бит.
  31. См. № 6. 83-сө бит.
  32. Шунда уҡ. 64-се бит.
  33. Шунда уҡ. 73-сө бит.
  34. Zakirova R. R., Fakhrutdinova A. V. The Representation of the Concept “моң” [mong] (lyrical sadness, melody) in the Tatar Language Picture of the World // International Journal of Humanities and Cultural Studies, July 2016.
  35. Arzamas: Бустанов А. Сабырлык, азатлык и другие важные татарские слова.
  36. Faller H. M. Nation, Language, Islam: Tatarstan’s Sovereignty Movement. Central European University Press, 2011. P. 262.
Мнение редакции может не совпадать с точкой зрения авторо:к и геро:инь публикуемых материалов.